7 декабрь, Шаршамбы

19 июнь 2014 йыл, 9:38

Президент вазифаһына кандидатты Башҡортостандың кәмендә 48 муниципаль районы һәм ҡала округы хупларға тейеш

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидат республиканың кәмендә 48 муниципаль районындағы һәм ҡала округындағы вәкиллекле органдар депутаттары тарафынан хупланырға тейеш. Тейешле ҡарар шаршамбы, 18 июндә, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында ҡабул ителде.

Комиссия Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидатты күрһәтеүҙе хуплап муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарынан 457 депутаттың ҡултамғаһы йыйылырға тейешлеген билдәләне.

Шулай уҡ республика муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының вәкиллекле органдарындағы 57 депутаттың ҡултамғаһы булырға тейеш.