Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Парламенттың Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитетын Виктор Пчелинцев етәкләне

Сәйәсәт

Виктор Пчелинцев Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе итеп һайланды. Был ҡарар шаршамбы, 18 июндә, республика парламентының пленар ултырышында ҡабул ителде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы саҡырылыштың башынан алып Комитетты етәкләгән Зөфәр Еникеев республиканың Конституция суды Рәйесе итеп тәғәйенләнде. Комитет ағзалары рәйес вазифаһына әлеге тиклем Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләүсе Виктор Пчелинцевтың кандидатураһын тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть