Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы гранттарына Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары лайыҡ булды

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университеты ғалимдарының ике проекты ғилми эшмәкәрлек өлкәһендә дәүләт заданиеһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә РФ Мәғариф һәм фән министрлығы иғлан иткән конкурста еңеү яуланы.

«Физика» йүнәлеше буйынса еңеүселәр иҫәбенә профессор Лиана Ковалева етәкселегендәге ғилми коллектив эшләгән «Тышҡы электромагнит тәьҫире булғанда термойәбешкәк реологик ҡатмарлы шыйыҡсалар термогидродинамикаһы» проекты инде.

«Химия» йүнәлеше буйынса грантҡа профессор Әхәт Мостафин етәкселегендәге ғилми коллектив эйә булды. Тикшеренеү темаһы – «Молекула дизайны, яңы потенциаль дарыу препараттарын табыу алымдары һәм уларҙың биологик әүҙемлеге».

Гранттар өс йылға бүленә, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт университетының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть