6 декабрь, Шишәмбе

18 июнь 2014 йыл, 14:50

Республикала журналистар араһында электрон белем биреү темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде

автор: Эльмира Сабирова

2014 йылда Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларында электрон белем биреү системаһын тормошҡа ашырыуҙы иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде. Унда федераль киң мәғлүмәт сараларының төбәк ҡушымталары, республика, ҡала, район, берләшмә гәзиттәре, журналдары редакциялары, телевидение, радио, электрон киң мәғлүмәт сараларының ижади коллективтары һәм был редакцияларҙың айырым авторҙары ҡатнаша ала. Эштәр 2015 йылдың 20 ғинуарына тиклем ҡабул ителә.

Ижади эштәрҙе баһалағанда эксперттар советы теманың көнүҙәклеген; материалдарҙың аналитик кимәлен һәм мәғлүмәти тулылығын; иғлан ителгән мәсьәлә өлкәһендә журналистарҙың компетентлыҡ кимәлен; авторҙың стилен һәм тел мәҙәниәтен; теманы асыу үҙенсәлеген; материалдың эске мәғәнәһе тулылығына яҙылған тышҡы формаһының тап килеүен иҫәпкә аласаҡ.

2015 йылдың ғинуар-февралендә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәр Мәғариф министрлығының дипломдары һәм бүләктәр менән наградланасаҡ.

Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, РФ Мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы.

Конкурс тураһында мәғлүмәтте һәм заявка формаһын киләһе һылтанма менән файҙланып алырға мөмкин.