6 декабрь, Шишәмбе

18 июнь 2014 йыл, 12:59

Башҡортостан механизаторҙары Ҡырымда иген культураларын урып йыя

автор: Эльвира Латипова

Ҡырымдың Белогорск районында ужым арпаһы сәсеүлектәренең тәүге мең гектарын Башҡортостан механизаторҙары урып йыйған. Бының тураһында республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ҡырымдарға ярҙамға Башҡортостан 15 «New Holland» комбайны, өс «КамАЗ», шулай уҡ ауыл хужалығы машиналарын техник хеҙмәтләндереү буйынса белгестәр ебәргән. Белогорск аграрийҙары ярҙамдың бик ваҡытлы булыуын билдәләй. Үҙҙәренең ауыл хужалығы техникаһы паркы бик туҙған. Шул уҡ ваҡытта өс йыллыҡ ҡоролоҡтан һуң ямғырҙар яҡшы уңыш үҫтерергә мөмкинлек бирә. БР Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәттәренә ярашлы, иген культураларының уңышы унда бер гектарҙан 30 центнер самаһы тәшкил итә. Бынан тыш, белгестәр урындағы халыҡты импорт техникала эшләргә өйрәтә.