5 декабрь, Дүшәмбе

18 июнь 2014 йыл, 12:30

Йәш шағирҙарҙың яңы шиғырҙары «Йәштәр тауышы» серияһында донъя күрҙе

автор: Ләйлә Аралбаева

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» серияһы китаптары донъя күрҙе.

Шиғри йыйынтыҡтарҙы лирик ҡатын-ҡыҙ шиғриәтен яратыусыларға биш йәш автор тәҡдим итә. Ул Зимфира Абушахманова («Минең ҡәҙерлем» шиғырҙар йыйынтығы), Айгөл Айытҡолова («Ҡымыҙ тәме»), Гөлнур Ҡыуатова («Бөтә йөрәк менән»), Оксана Кузьмина («Жители проталин»), Альбина Хәлиуллина («Һинһеҙ…»).

Бөтә китаптар ҙа берҙәм стилдә тиражы 1000 дана итеп нәшер ителгән. Шиғри йыйынтыҡтарҙы «Китап» нәшриәте магазиндарында һатып алырға мөмкин, тип хәбәр итә учреждениеның матбуғат хеҙмәте.

«Йәштәр тауышы» китаптар серияһын нәшер итеү тураһындағы ҡарар 2004 йылда ҡабул ителә. Был серия йыл һайын әҙәбиәттең төрлө өлкәләрендә етди аҙым эшләгән йәш авторҙарҙың ижадын баҫтырып сығара. Быйыл был проект һөҙөмтәһендә йәш авторҙарҙың рус, башҡорт һәм татар телдәрендә биш китабы донъя күрә.