5 декабрь, Дүшәмбе

18 июнь 2014 йыл, 11:52

Башҡортостанда республика Президенты һайлауҙары иғлан ителде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты һайлауҙарының ҡасан үтәсәге шаршамбы, 18 июндә, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында иғлан ителде. Депутаттар 2014 йылдың 14 сентябрендә ваҡытынан алда Башҡортостан Республикаһы Президенты һайлауҙарын билдәләү тураһында ҡарарҙы хупланы. Шулай итеп, ваҡытынан алда төбәк башлығын һайлауҙар буйынса һайлау кампанияһына рәсми рәүештә старт бирелде. Ҡарарҙы матбуғатта баҫтырып сығарғандан һуң кандидаттар күрһәтеү буйынса процесс башланасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлауҙарҙа ҡатнашыу теләге һәм республика башлығы вазифаһына дәғүә итеүе тураһында Рөстәм Хәмитов рәсми рәүештә белдерҙе. Бындай ҡарарҙы ул, уның фекеренсә, һәр кандидатҡа кәрәкле өс нигеҙҙән сығып ҡабул итте, улар: халыҡтың ярҙамы, Рәсәй Президентының ярҙамы һәм дәғүә итеүсенең үҙенең кешеләр мәнфәғәтенә эшләү теләге.

«Берҙәм Рәсәй» 10 июндә республика башлығы вазифаһына артабан тәҡдим итеү өсөн кандидаттар праймеризын үткәрҙе. Һөҙөмтәлә партия өс кандидатты билдәләне: Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин һәм БР Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙилов. Рөстәм Хәмитов – 129, Рафаэль Мәрҙәншин – 41,Булат Йомаҙилов 39 тауыш йыйҙы.

Берҙәм рәсәйлеләрҙең һуңғы кандидатураһы төбәк бүлексәһе конференцияһында 21 июндә раҫланасаҡ.

«КПРФ»тың Башҡортостан республика бүлексәһенән кандидаттарҙы күрһәтеү 18 июндәге бюро ултырышына планлаштырылған. Коммунистарҙан һуңғы кандидатура 22 июндәге конференцияла раҫланасаҡ, тип хәбәр итте «КПРФ» Башҡортостан республика бүлексәһенең идеология буйынса секретары.

«ЛДПР»ҙың төбәк бүлексәһендә ваҡытынан алды төбәк башлығы һайлауҙарында ҡатнашыуҙары тураһында мәғлүмәтте асмайҙар әле.