10 декабрь, Шәмбе

18 июнь 2014 йыл, 10:14

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волин менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

17 июндә Республика Йортонда Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волин менән осрашыу үткәрҙе. Республикала телерадиотапшырыуҙарҙы һәм баҫма киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү мөмкинлектәре, почта элемтәһе эшмәкәрлеге мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республика башлығы урындағы, айырыуса милли телдәрҙә тапшырыуҙар әҙерләгән телеканалдарҙы һаҡлап ҡалыу кәрәклеген билдәләне.

— Был йәһәттән министрлыҡ менән төбәк башлығы фекерҙәре тулыһынса тап килә, — тине журналистарға осрашыу аҙағында Алексей Волин. — Беҙ, әлбиттә, «һанлыға» күскән осорҙа урындағы телевидениеларҙың нисек үҫешәсәге тураһында ла һөйләштек. Шуның менән бәйле мин республика етәксеһенә теле һәм радиотапшырыуҙарҙы үҫтереү буйынса хөкүмәт комиссияһының Рәсәй Федерацияһында быға оҡшаш тапшырыуҙар сығарыуҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы яңы ғына ҡабул иткән ҡарарын хәбәр иттем. Ул бөгөн илдә эшләгән һәм улар өсөн һанлы мультиплекста урын табылмауы ихтималлы биш йөҙҙән ашыу төбәк һәм муниципаль телекомпанияларҙың ғәҙәти эшен дауам итергә мөмкинлек бирәсәк.

Беҙ шулай уҡ почта бүлексәләре менән булған хәлде тикшерҙек. Республика башлығы ауыл ерендә бөтә почта бүлексәләрен һаҡлап ҡалыу зарурлығын билдәләне. Бөгөн ауылда күп кенә кешеләр өсөн, асылы буйынса, йәмәғәт тормошоноң үҙәге булып торған почта бүлексәләренең иҫәбен кәметеүгә юл ҡуймаҫҡа кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Почта бүлексәләре дәүләтселек утраусығына әйләнгән.

Республика етәксеһенең фекере хупланды. Башҡортостанда почта бүлексәләренең һаны  ҡыҫҡармаясаҡ улар эштәрен дауам итәсәк. Әле Рәсәй Почтаһы хеҙмәткәрҙәренең, оҙаҡ ваҡыт бик түбән булған, эш хаҡын әкренләп арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Хәҙер яҡынса 20-30 процент Рәсәй Почтаһы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәргәндәр.

Почта эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәйләнгән тағы ла бер мәсьәлә – ул матбуғат баҫмаларына яҙылыу мәсьәләһе. Республика башлығы хәлдәрҙең нисек барыуы менән ҡыҙыҡһынды. Ул төбәк киң мәғлүмәт саралары артабанда сығыуын дауам итһен өсөн уларға республика бюджетынан ярҙам итеү тураһында хәбәр итте.

Оҙаҡ йылдар почта тарифтарының үҙгәрешһеҙ ҡалып, хәҙер байтаҡҡа күтәрелеүгә килтерә. Республика етәксеһе менән халыҡ һәм матбуғат киң мәң мәғлүмәт саралары өсөн был хәлде еңеләйтеү саралары тикшерелде.

Республика башлығы менән тикшергән мәсьәләләр буйынса мин Башҡортостан Почтаһы, телерадиокомпаниялар вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрәсәкмен, шулай уҡ ике ҙур кәңәшмә уҙасаҡ. Бер ҙур кәңәшмә – төбәк телевидение хеҙмәткәрҙәре менән. Төбәк телевидениеһын үҫтереү мөмкинлектәрен һәм перспективаларын тикшерәсәкбеҙ. Икенсеһе – матбуғат киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән, унда бөтә мәсьәләләр комплексына фекер алышасаҡбыҙ, — тине Алексей Волин.

темалар: бр президенты