6 декабрь, Шишәмбе

17 июнь 2014 йыл, 16:22

1 июлдән алып газға хаҡтар арта

автор: Розалия Вәлиева

2014 йылдың 1 июленән алып 2015 йылдың 30 июненә тиклем газға яңы хаҡтар билдәләнә. Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡарарына ҡушымта «Газпром төбәк-ара газ»дың рәсми сайтында баҫылған.

Счетчик булған осраҡта газ плиталарында бешереү һәм һыу йылытыу өсөн тотонолған газдың бер кубометры 4 һум 72 тин торасаҡ, иҫәпләү ҡоролмаһыҙ – 6 һум 71 тин.

Йылытыуға, бер үк ваҡытта газды башҡа маҡсаттарға ҡулланыу өсөн газға счетчиктар булған осраҡта 4 һум 72 тин, иҫәпләү ҡоролмаһы булмағанда 3 һум 40 тин түләргә кәрәк буласаҡ.

темалар: тарифтар, газ