Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Күп йыллыҡ үләндәр Башҡортостанда 67 мең гектарҙа сабылған

Иҡтисад

Бөгөнгө көнгә күп йыллыҡ үләндәр Башҡортостанда 67 мең гектар майҙанда сабылған, ул пландан 12 процент тәшкил итә, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы. Үләнде сабыу эшендә Кушнаренка, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары беренсе булып тора, унда күп йыллыҡ үләнгә бүленгән майҙандарҙың 30-40 процентында эштәр тамамланған.

Шуның менән бергә ямғырлы һауа торошо мал аҙығы әҙерләү кампанияһы барышына үҙгәрештәр индерҙе, тип билдәләйҙәр ведомствола. Баҫым хәҙер сенаж әҙерләүгә яһала. Республика буйынса бөтәһе 79 мең тонна сенаж (планлаштырған күләмдең дүрт проценты) һәм 25 мең тонна бесән (өс проценты) әҙерләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть