9 декабрь, Йома

17 июнь 2014 йыл, 14:47

Төбәктә майҙа аҙыҡ-түлек кәрзине 2974,95 һум тәшкил итте

автор: Эльвира Латипова

Республикала туҡланыу аҙыҡ-түлегенең минималь йыйылмаһы хаҡы майҙа 2974,95 һум тәшкил итте. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан алып ул 13,4 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Республикала был ваҡыт эсендә инфляция 4,1 процент тәшкил итте. Бөтәһенә лә ҡарағанда нығыраҡ 2013 йылдың ғинуар-майына ҡарата 107 процентҡа аҙыҡ-түлек ҡыйбатланған. Хеҙмәттәрҙең хаҡы 3,6 процентҡа, аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар 1,4 процентҡа артҡан.

Минималь аҙыҡ-түлек продукттары тупланмаһы хаҡы хеҙмәт йәшендәге ир-егет өсөн иң кәм аҙыҡ-түлек тупланмаһы нигеҙендә билдәләнә.