11 декабрь, Йәкшәмбе

17 июнь 2014 йыл, 14:06

Республикала математика буйынса йөҙөшәр балды ике сығарылыш уҡыусыһы йыйған

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда математика буйынса йөҙөшәр балды тик ике сығарылыш уҡыусыһы ғына йыйған. Икенсе мотлаҡ предмет буйынса 22532 кешенең 1191-е (5,3 проценты) тесты насар яҙған. Былтыр ундайҙар 5,8 процент ине. 285 кеше 80 һәм унан да күберәк балл йыйған. Быйыл, рус теле менән осраҡтағы кеүек, иң түбәнге сик кәметелгән. Быныһында – 20 балға тиклем, тип хәбәр иттеләр Төбәк мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәгендә.

Математика буйынса ҡуйылған балдар менән килешмәү тураһында аппеляциялар Мәғарифты үҫтереү институты бинаһында (Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120) 19 һәм 20 июндә 10-дан алып 17 сәғәткә тиклем үтәсәк. Ғаризалар үрҙә күрһәтелгән адрес буйынса эш ваҡытында (9-ҙан алып 18 сәғәткә тиклем) йәғни электрон почта аша apellyatsiya@mail.ru адресы буйынса (2014 йылдың 19 июлендә 9 сәғәткә тиклем тәүлек әйләнәһенә) 1АП формаһы буйынса ҡабул ителә.

темалар: бди-2014