6 декабрь, Шишәмбе

17 июнь 2014 йыл, 12:30

Өфөлә Ленин майҙанында фонтан төҙөйәсәктәр

автор: Розалия Вәлиева

Ленин майҙанында циферблат рәүешендә фонтанды 2015 йылдың ғинуарына төҙөйәсәктәр. Генераль төҙөүсене билдәләүгә конкурс документтары дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған.

Эштәргә заказ биреүсе – Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы. Контракттың башланғыс (максималь) хаҡы – 55,3 миллион һум, проект ҡала бюджетынан финансланасаҡ.

Яҡынса төҙөлөш майҙаны – 338 квадрат метр. Башҡарыусылар фонтандың биш йыл дауамында эшләүен гарантияларға тейеш.

Аукцион 2014 йылдың 14 июлендә үтәсәк, эштәрҙе 2015 йылдың 31 ғинуарына тиклем тамамларға планлаштыралар.

темалар: төҙөлөш