9 декабрь, Йома

17 июнь 2014 йыл, 11:22

«Кызыл таң» гәзите бөтә Рәсәй журналистар конкурсында Гран-при яуланы

автор: Розалия Вәлиева

«Төрлө Рәсәй» VII бөтә Рәсәй асыҡ журналистар конкурсының «Матбуғат һәм интернет баҫмаларҙа мәҡәләләр серияһы» номинацияһында «Кызыл таң» гәзите Гран-при яуланы. Был хаҡта конкурстың рәсми сайтында хәбәр ителә.

Ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, «Кызыл таң» гәзите конкурсҡа ете проект ебәргән, уларҙың береһе – ай һайын сыҡҡан «Беҙ дуҫлыҡ менән көслө» бите. Шулай уҡ жюри хөкөмөнә Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында мәҡәләләр серияһы тәҡдим ителгән.

«Радиотапшырыуҙар (репортаждар) циклы» номинацияһында беренсе урынға «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Ҡояшлы ҡала» балалар мәғлүмәт-танып белеү тапшырыуҙары «Яҙҙы ҡаршы ал!» тапшырыуҙар циклы өсөн лайыҡ булды.

«Матбуғат һәм интернет баҫмаларҙа фотоэштәр серияһы» номинацияһында награданы «Сельские нивы» гәзитендә (Стәрлетамаҡ) «Ауыл йөҙҙәре» эштәр серияһы өсөн Юрий Нестеренко алды. «Милли һәм этник-ара тематиканы сағылдырыуҙа махсуслашҡан киң мәғлүмәт саралары» номинацияһында наградаға «Чолман» гәзите (Нефтекама) лайыҡ.

«Төрлө Рәсәй» бөтә Рәсәй асыҡ журналистар конкурсы 2006 йылда милли йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе популярлаштырыу, Рәсәй Федерацияһында һәм уның ситендә йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, традицион халыҡ мәҙәниәтенең уникаль ҡиммәттәрен һаҡлау, халыҡтар мәҙәниәтенә, уларҙың йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирамлы мөнәсәбәтте  тәрбиәләү өсөн ойошторолған. Конкурс мәҙәни мираҫты үҫтереүгә һәм һаҡлауға өлөш индергән ҡыҙыҡлы, талантлы эштәрҙе асыҡлау өсөн йүнәлтелгән. Конкурстың ойоштороусылары – Татарстандың матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса республика агентлығы һәм Татарстан Республикаһының Журналистар союзы.

Лауреаттарҙы һәм дипломанттарҙы бүләкләүгә арналған тантаналы сара Ҡазанда үтәсәк.