3 декабрь, Шәмбе

17 июнь 2014 йыл, 10:35

Башҡортостан Ҡырымда балаларҙы ял иттереү өсөн 18,5 миллион һум аласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ҡырымда һәм Севастополдә урынлашҡан шифаханаларҙа һәм лагерҙарҙа балаларҙы ял иттереү һәм сәләмәтләндереү менән бәйле сараларҙы финанс яҡтан тәьмин итеү өсөн Башҡортостанға 18 миллион 450 мең һум бүленгән. 2014 йылда Ҡырымда баларҙың ялын һәм сәләмәтләндереүен ойоштороуға бюджет-ара трансферттарҙы бүлеү тураһындағы бойороҡто Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған.

Документ Ҡырымда 2014 йылда 33,5 мең баланың ялын һәм сәләмәтләндереүен финанслауҙы тәьмин итә.

Федерацияның 71 субъекты бюджетына трансферттар бүленгән. Трансферттар Ҡырымда балаларҙы ял иттереү һәм сәләмәтләндереүҙе ойоштороуға путевкаларҙың хаҡын түләү буйынса, ҡала-ара транспортта балалар төркөмөн йөрөтөүгә сығымдарҙы финанслау өсөн бирелә.