2 декабрь, Йома

16 июнь 2014 йыл, 18:25

Салауат Юлаев – бөгөнгө Башҡортостандың символы (Милли геройыбыҙҙың 260 йыллығына)

автор: Владимир Романов | фото: Лариса Ветлугина коллажы

Бөгөн Салауат Юлаевтың – Рәсәй һәм Башҡортостан, бөтә донъя тарихында мәңгелеккә хәтергә уйылып ҡалған бөйөк шәхестең тыуыуына 260 йыл тулды. Халыҡ массаһы юлбашсыһы, полководец, дәртле шағир-сәсән үҙендә халыҡтың азатлыҡҡа ынтылышын сағылдыра.  

Милли геройҙың тормошон оҙаҡ йылдар өйрәнеүсе тарихсы Инга Гвоздикова Салауат Юлаевтың характерының төп сифаттарын дөрөҫ билдәләй: «Рухы менән ирекле кеше булараҡ, ул азатлыҡты дөйөм байлыҡ тип иҫәпләгән һәм шуға күрә, ныҡышмалы һәм драматик көрәштә үҙ дәрәжәләрен, үҙ социаль, милли һәм дини мәнфәғәттәрен яҡлап күтәрелгән халыҡ массаларын етәкләй…».

Салауат Юлаев 1754 йылда Тәкәй ауылында Себер даруғаһы Шайтан-Көҙөй улусы старшинаһы Юлай Аҙналиндың ғаиләһендә тыуған. Юлай уҡымышлы кеше була, Прусия һәм Польша кампанияларында билдәлелек яулаған. Уның ырыуында тархандар һәм бейҙәр булыуы билдәле. Оҙаҡ йылдар ул башҡорттарҙың биләмәләрен һатып алыуға ҡаршы заводсылар менән судтарҙа дәғүәләшә.

Юлай Аҙналин походтарҙа рус губернияларында йәшәгән кешеләрҙең тормошон, Европа илдәренең йәшәү рәүешен күрә, ул уның аң даирәһен арттыра. Йәмғиәттең алдынғы кешеләре менән таныш була, тарихсы Павел Рычков, академик Петр Паллас менән осраша. Үҙ белемен Юлай, бала саҡтан аҡылы, ҡыйыулығы һәм көсө менән айырып торған, улына Салауатҡа өйрәтә.

1773 йылдың 11 ноябрендә баш күтәреүселәр менән көрәшеү өсөн йүнәлтелгән йөҙләгән атлы отряд етәкселегендә Салауат Юлаев Бөгөлсән эргәһендә Пугачевтың, тартып алынған башҡорт ерҙәрен ҡайтарыу, дин тотоусыларҙы йәберләмәү һәм бөтә халыҡтарға үҙҙәренең йолалары буйынса йәшәргә мөмкинлек бирәм тигән вәғәҙәләренә ышанып, уның яғына күсә.

Ошо көндән алып, 1774 йылдың 25 ноябренә, ҡулға алынғанға тиклем Салауат Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларының иң үҙәгендә була, 28 һуғышта ҡатнаша, уларҙың 11-ен үҙ аллы атҡара. Йәш полководец Емельян Пугачевтың ышанысын тиҙ яулай, баш күтәреүселәр араһында иң йәш полковник булып китә. Һуңыраҡ бригада генералы дәрәжәһен ала. Артабан Салауат Красноуфимск һәм Көңгөр яҡтарында баш күтәреүселәрҙе етәкләй. Емельян Пугачевты ҡулға алғандан һуң да Салауат батша ғәскәрҙәре менән көрәшеүен дауам итә.

1774 йылдың ноябрендә Шайтан-Көҙөй улусының Миндәш ауылы эргәһендә ҡулға алына. Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә һәм Ырымбурҙа оҙаҡ тикшереүҙәрҙән һуң атаһы Юлай Аҙналин менән бергә  ҡамсы менән һуҡтырылыуға (175 тапҡыр), танау япраҡтарын ҡырҡыуға һәм маңлайы менән сикәләренә ҡыҙҙырып тамғалар баҫыуға дусар ителә. Һорау алыуҙарҙа Салауат иптәштәрен һатмай үҙен тыныс һәм батырҙарса тота.

Юлай Аҙналин, Иван Почиталин, Ҡәнзәфәр Усаев һәм башҡа әүҙем ихтилал ҡатнашыусылары менән Салауат Эстландия губернияһының Рогервик ҡәлғәһенә, хәҙерге Палдиски ҡалаһына, ғүмерлек һөргөнгә оҙатыла. Документтарға ярашлы, Салауат Юлаев 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат була.

Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә шағир-импровизатор булараҡ һаҡлана. Уның шиғриәт мираҫынан беҙҙең көндәргә 500-ләп юлы килеп еткән. Ижадының һуңғы осорона ҡараған дүрт юллыҡ йырҙарында ул ихтилалдың еңелеү сәбәптәре тураһында фекер йөрөтә, туған халҡының һәм башҡорт еренең яҙмышы өсөн борсолоуын белдерә.

1929 йылда советтар яҙыусыһы Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» тарихи романы сыға һәм тиҙ популярлыҡ яулай. 1940 йылда режиссер Яков Протазановтың  «Салауат Юлаев» нәфис фильмы прокатҡа сыға. Һуғыш йылдарында уны йыш ҡына Ҡыҙыл Армия частарында яугирҙарҙың хәрби рухын күтәреү өсөн күрһәтәләр. Бөйөк Ватан һуғышы барышында уның исемен истребитель-артиллерия дивизионы һәм бронепоезы йөрөтә.

Бөгөн Салауат Юлаевтың образы республикабыҙҙың айырылғыһыҙ символына әйләнде, уның һыны Башҡортостандың гербында урын алған. Салауат Юлаевтың исеме менән әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының ордены һәм Дәүләт премияһы аталған. Милли геройҙың исемен Башҡортостанда ҡала, район, хоккей клубы республикала, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә, Татарстанда, Донецкиҙа, Кривой Рогта, Палдискиҙа предприятиелар, урамдар йөрөтә.

Салауаттың тыуған ерендә – Малаяҙ ауылында – Салауат Юлаевтың музейы эшләй. Өфөлә, Сибайҙа, Салауатта, Красноуфимскиҙа, Башҡортостандың Салауат районында, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында халыҡ батыры тураһында иҫтәлеккә һәйкәлдәр ҡуйылған. Уға Заһир Исмәғилевтың күренекле «Салауат Юлаев» операһы, Хөсәйен Әхмәтов менән Нариман Сабитовтың «Тау бөркөтө» балеты арналған. Салауаттың образы халыҡ ижадында, рус, башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, сыуаш һәм марый яҙыусылары әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелгән. Йыл һайын Башҡортостанда Салауат Юлаев көндәрен байрам итәләр, күмәк кеше ҡатнашлығында «Салауат йыйыны» фольклор байрамы уҙғарыла.