3 декабрь, Шәмбе

16 июнь 2014 йыл, 17:23

Мәсәғүттә «Һабантуй-2014» байрамында Рөстәм Хәмитов ҡатнашты

автор: Розалия Вәлиева

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Дыуан районында сәсеү эштәрен тамамлауҙы байрам итеү сараларында ҡатнашты, байрамды асыуҙа сығыш яһаны, ат сабыштарында булды, милли спорт төрҙәре барған ярыштар майҙансыҡтарын ҡараны.

— Һабантуй ауыл хужалығы эштәрен тамамлауға ғына арналмаған, —  тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Тәү сиратта, ул беҙҙе барыбыҙҙы ла берләштергән халыҡ байрамы. Башҡортостанда эштәр яҡшы бара, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтерергә тырышабыҙ. Әлегә хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ, улар араһында юлдар, торлаҡ, социаль объекттар төҙөлөшөн финанслау, әммә дөйөм алғанда яҡшы эшләйбеҙ. Бөгөн яңы медицина үҙәгендә булдым. Үҙәк бик матур, ул заманса медицина аппараттары менән йыһазландырылған, унда иң яңы заманса медицина технологиялары ғәмәлгә ашырыласаҡ.  Ауырыуҙарҙы реабилитациялауҙы бында үткәреү, махсус клиникалар асылһын, шифаханаларыбыҙ кешеләр мәнфәғәтенә эшләһен өсөн тырышасаҡбыҙ. Хаҡтарҙың юғары булғанын һәм тулы күләмдә ярҙам алыуға мөмкинлектәрҙең булмауын аңлап торам, әммә шуға ҡарамаҫтан, был эштәрҙе башҡарасаҡбыҙ.

Беҙҙең өсөн төп өҫтөнлөктәрҙең береһе – ауыл хужалығына ярҙам итеү. Ауылһыҙ ерҙә тормош булмаясаҡ. Техниканы яңыртыу, яңы ҡорамалдар һатып алыу, ауыл хужалығында яңы идара итеү моделдәрен алға этәреү өсөн ресурстар табырға тырышабыҙ. Былар барыһы ла ауыр, әммә беҙгә яңыға, эштәрҙең яңы варианттарына өйрәнергә кәрәк.

Шулай уҡ Мәсәғүттә һабан байрамында Рөстәм Хәмитов Дыуан районының иң яҡшы аграрийҙарына дәүләт наградаларын тапшырҙы. «Кировский» ауыл хужалығы етештереү кооперативы механизаторы Михаил Веденов «Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, ә Дыуан районының «Лемазы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы баш агрономы Иван Трегубовҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙылар.