Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика етәксеһе Әбйәлил районында һабантуйҙа ҡатнашты

Йәмғиәт

Әбйәлил районында һабан байрамы уҙҙы, унда республика етәксеһе ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов ауыл эшсәндәрен сәсеүҙе тамамлау менән ҡотланы һәм иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт һәм ведомство наградаларын тапшырҙы.

«Әбйәлил ере хозур тәбиғәте менән генә түгел, ә иң мөһиме – иҫ киткес, талантлы һәм эшһөйәр, изге һәм ҡунаҡсыл кешеләре менән бай. Тап бында быуындарҙың, мәҙәниәттең һәм дәүерҙәрҙең ныҡлы бәйләнеше һиҙелә», — тип билдәләне төбәк етәксеһе. — «Район уңыштарында бөтә республика уңышы сағыла. Бында килер алдынан төҙөлөш урындарын ҡараным. Оҙаҡламай – быйыл көҙ яңы балалар баҡсаһы асыласағын беләм. Юл, һыу үткәргес, бөтә кәрәкле объекттар төҙөлөшө бара». Властың төп маҡсаты – «кешеләргә ярҙам итеү, улар яҡшы йәшәһен, кәйефтәре күтәренке, эш хаҡы лайыҡлы, перпектива һәйбәт булһын өсөн барыһын да эшләү».

Республика етәксеһе Башҡортостандың Почет грамотаһын агроном Алексей Гусевҡа тапшырҙы. «БР атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеме менән малсы Айрат Ғәликәев бүләкләнде. «БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме Амангилде ауылы Мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Дәүләт Ҡадыровҡа бирелде. Хеҙмәт ветераны Фәрит Яҡупов «Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» РФ Ауыл хужалығы министрлығының алтын миҙалы менән наградланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть