7 декабрь, Шаршамбы

16 июнь 2014 йыл, 14:44

Рөстәм Хәмитов Әбйәлил районында эш сәфәрендә булды

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

13 июндә Рөстәм Хәмитов Әбйәлил районында эш сәфәрендә булды. Ул Асҡар ауылында 1 сентябрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш 139 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө барышын ҡараны. Обьектта төҙөлөш һәм монтажлау эштәре тамамланған, инженер селтәрҙәре үткәрелгән. Мәктәпкәсә учреждение яңы «Көнсығыш» биҫтәһе эргәһендә төҙөлә. Уны асыу менән район үҙәгендә балалар баҡсаларына сират бөтөргә тейеш, тип хәбәр итте БР Президенты Хакимиәте матбуғат хеҙмәте етәксеһе Артем Вәлиев.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавва ағымдағы йылда төбәктә, реконструкциялау барған мәктәпкәсә учреждениеларҙы иҫәпкә алмайынса, 28 яңы балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласағын хәбәр итте.

2015 йылда 32 яңы балалар баҡсаһы төҙөү планлаштырыла, 12 объектта эштәр башланған. «Шулай итеп, киләһе йылға балалар баҡсаһында урындар етмәү проблемаһы тулыһынса тиерлек хәл ителәсәк», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Бындай балалар учреждениеларын сафҡа индереүҙән уларҙы ҡарауға ла средстволарҙың артыуына (2014 йылда – 700 миллион һумға) килтереүгә ҡарамаҫтан, республика етәксеһе пландарҙың тулы күләмдә үтәләсәген билдәләне. «Сығымдарҙың финанслау күләмдәре ғәйәт ҙур, әммә республиканың хәленән килә», — тине ул.

Тикшереү барышында күп балалар баҡсалары төҙөү проектын тормошҡа ашырыу барышында төҙөлөш компаниялары объекттарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәм сифат буйынса талаптарға ярашлы төҙөй башлауҙары билдәләнде, шул уҡ ваҡытта бер урындың үҙ хаҡы бер миллиондан 500-600 мең һумға тиклем арзанайҙы.

темалар: бр президенты