Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Рәсәй көнөндә Өфөлә Рөстәм Хәмитов фитнес-клубта булды һәм скейт-паркты асты

Йәмғиәт

12 июндә Рөстәм Хәмитов Өфө буйлап эш сәфәрендә йөрөнө. Төбәк башлығы Ибраһимов бульварында, Иван Яҡутов исемендәге мәҙәни һәм ял итеү паркы менән йәнәш урынлашҡан, «Күл буйындағы йорт» комплексына ингән йорттарҙың береһен ҡараны. Рөстәм Хәмитов фатирҙарҙың береһенә инде, спорт майҙансығын ҡараны, төҙөүселәр менән аралашты. Уға өс секциянан торған йортта бөтә кәрәкле инфраструктураның булыуын хәбәр иттеләр. Бөтә уңайлыҡтары булған йортта яҡшы планировка, өс метрлыҡ түбә, консьерж бар. Бынан тыш, проект буйынса 34 автомобиль урынына ер аҫты туҡталҡаһы ҡаралған, ә йәшәү өсөн фатирҙар икенсе ҡаттан башлана, сөнки беренселә хеҙмәтләндереү предприятиелары урынлашасаҡ.

Рөстәм Хәмитовҡа һәр саҡ нисек яҡшы физик формала ҡалыу серҙәрен «Зоргефитнес» яңы күп функциялы спорт-сәләмәтләндереү комплексында күрһәттеләр. Профессиональ тренерҙар, тәжрибәле инструкторҙар һәм табиптар күҙәтеүе һәм контроле аҫтында аҙна буйына тәүлек әйләнәһенә бассейнда йөҙөргә, тренажерҙарҙа шөғөлләнергә, яңы фитнес-программаларҙы үҙләштерергә, яратҡан спорт төрҙәрендә оҫталыҡты шымартырға мөмкин. Ике ҡатлы клуб Мәжит Ғафури исемендәге Мәҙәни һәм ял итеү паркының урман-парк зонаһында урынлашҡан.

Ә фитнес-үҙәк менән йәнәш ысын «экстремаль ожмах» урынлашҡан. Яңы скейт-парк 12 июндә асылды. Рөстәм Хәмитов уның хөрмәтле ҡунағы булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, дүрт мең квадрат мет майҙандағы полигон Ғафури паркында картинг өсөн элекке майҙансыҡта урынлашҡан. Роллерҙар өсөн ҡулайламаларҙы Конгресс-холдың түбәнге майҙансығынан алып ҡуйғандар. Асыу хөрмәтенә паркта урам спорты яратыусылары өсөн ярыштар уҙҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть