3 декабрь, Шәмбе

16 июнь 2014 йыл, 11:28

Төбәк етәксеһе янғын һүндереүселәрҙең парадын ҡабул итте һәм Ҡала көнөнә арналған байрамды асты

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында Өфө ҡәлғәһе һалыныуға 440 йыл тулыуға, милли герой Салауат Юлаевтың 260 йыллығына, шулай уҡ Рәсәйҙә янғын һағын булдырыуҙың 365 йыллығына арналған Өфө янғын һағы гарнизоны парады үтте. Сарала республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Октябрь проспекты буйлап маршта «Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса 22-се отряды» составы, Өфө янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Өфө дәүләт радиоэлектроника колледжының «Янғын хәүефһеҙлеге» һөнәре буйынса белем алыусы студенттары йөрөнө. 50 берәмекләп махсус техника күрһәтелде. Рәсәйҙә янғын һағын булдырыуҙың 365 йыллығына арналған тантана Ҡала мәҙәниәт һарайында дауам итте.

Парадты ҡабул итеп һәм ҡала халҡын сәләмләп, Рөстәм Хәмитов Ленин майҙанында театрлаштырылған тамашаны асты, унда баш ҡаланың профессиональ һәм һәүәҫкәр коллективтары сығыш яһаны.

Республика башлығы Өфө халҡын һәм ҡала ҡунаҡтарын ҡотланы, уларҙың шат йөҙҙәрен күреүенә ҡыуанысын белдерҙе.

«Хәл ителмәгән мәсьәләләр булыуға ҡарамаҫтан, тормош яҡшыра. Тәү сиратта ул юлдар, коммуналь хужалыҡ. Ә иң мөһиме, кешеләрҙә эшләү теләге бар. Кешеләр ҡаланың тышҡы торошон үҙгәртергә, матур һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырырға теләй. Ҡалғаны үҙенән-үҙе булыр. Аҡса ла, ресурстар ҙа, эште даими һәм хәрәкәтсен итеү өсөн көсәйтеү мөмкинлектәрен дә табасаҡбыҙ. Төрлө кимәл власының төп таянысы – ул, иң тәүҙә, кешеләр. Үҙенең янындағы мөхитте яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләүсе кешеләр. Күп балаларҙы, ғаилә парҙарын күрәм. Күрәһең, бөтәһенә лә яҡшы һәм уңайлы. Гел шулай булһын!», — тине Рөстәм Хәмитов.

12 июндә, Ҡала көнөндә һәм Рәсәй көнөндә, Өфөлә байтаҡ байрам саралары уҙҙы. Ул концерттар, турнирҙар һәм күргәҙмәләр. Уларҙың теҙмәһе Ленин майҙанында салют менән тамамланды.