Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Владимир Путин Рөстәм Хәмитовты Рәсәй көнө менән ҡотланы

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рөстәм Хәмитовҡа Рәсәй көнө менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе.

— Ватаныбыҙ, уның бөйөк тарихы, быуындан быуынға тапшырыла килгән илһөйәрлек традициялары менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ. Күп быуаттар дауамында ата-бабаларыбыҙ Тыуған илебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған, уның мәҙәни, рухи, ижади ҡеүәтен үҫтергән. Һәм беҙ – баһалап бөтөргөһөҙ ҡиммәтте ҡәҙерләп һаҡларға, Рәсәй яҙмышының, уның ышаныслы киләсәгенең һәр беребеҙгә, ижади хеҙмәтебеҙгә, яуаплы гражданлыҡ позицияһына бәйле булыуын онотмаҫҡа тейешбеҙ, — тиелә телеграммала.

Дәүләт башлығы Рөстәм Хәмитовҡа уңыштар һәм иң изге теләктәр теләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть