8 декабрь, Кесе йома

16 июнь 2014 йыл, 9:49

Рөстәм Хәмитов Балтас районынан күп балалы ғаиләгә «ГАЗель» автомобиле асҡысын тапшырҙы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов шаршамбы, 11 июндә, «ГАЗель Next» автомобиленән асҡысты Балтас районының Үрге Ҡарыш ауылында йәшәүсе күп балалы Хәйҙәршиндар ғаиләһенә тапшырҙы.

Винер менән Альбина Хәйҙәршиндар ғаиләһендә туғыҙ бала тәрбиәләнә. Өлкән ҡыҙы һәм улы – Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары, тағы ла дүртәүһе мәктәптә уҡый, ә бәләкәстәр өйҙә тәрбиәләнә.

Ҙур ғаилә башлығы «Башкиравтодор»асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Балтас бүлексәһендә бульдозер машинисы булып эшләй, тормош иптәше – «Халыҡты комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһының хужалыҡ мөдире, әлегә декрет ялында. Быйыл ғаиләлә тағы ла бәпес тыуасаҡ.

Альбина Хәйҙәршина үҙенең ата-әсәләрендә берҙән-бер бала булғанына күрә, ҙур ғаилә тураһында һәр саҡ хыялланыуын һөйләне.

— Ул бит ҙур бәхет. Тормошомдо балаларһыҙ күҙ алдыма килтерә алмайым, — тине күп балалы әсә.

Туғыҙ һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы ғаиләләргә ғәҙәттә микроавтобустар тапшыралар, әммә Винер Хәйҙәршин үҙенең ғаиләһе өсөн бортлы автомобилде һайланы.

— Хужалыҡта ул беҙгә күберәк кәрәк буласаҡ. Оҙаҡламай бесән саба башлаясаҡбыҙ, шунда «ГАЗелебеҙҙе» эштә һынарбыҙ ҙа, — тине ғаилә башлығы.

Шул уҡ көндө байрамдар алдынан Рөстәм Хәмитов төбәк кешеләренә Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында – сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф, медицина, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, сәнғәт, спорт, социаль өлкәләрҙән үҙ эшенең оҫталары. Орден, миҙалдар, почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр, отличие билдәләре менән ун алты кешенең хеҙмәте баһаланды.