8 декабрь, Кесе йома

11 июнь 2014 йыл, 16:27

Башҡортостанда «Ата-әсәләр ҡаһарманлығы» миҙалы булдырыласаҡ

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда «Ата-әсәләр ҡаһарманлығы» миҙалын булдырыу – «Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында»ғы закондың 2-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы ярашлы закон проекты  БР Хөкүмәте ултырышында шаршамбы, 11 июндә, тикшерелде.

Закон проекты «Ата-әсәләр ҡаһарманлығы» миҙалы менән, үҙ ҡаҙаныштары менән Башҡортостанды данлаған, балаларҙы тәрбиәләгән ата-әсәләрҙе бүләкләүҙе ҡарай. Ҡаҙаныштар спортта ғына түгел, ижадта ла, хәрби хеҙмәттә лә булыуы мөмкин, шулай уҡ ғәҙәти тормоштағы батырлыҡтар ҙа билдәләнәсәк.

Бынан тыш, ун йылдан ашыу өс һәм унан күберәк ғәрип бала тәрбиәләүсе ғаиләләр миҙал менән бүләкләнәсәк.

— Был башланғысты хупларға кәрәк, беҙҙә бындай наградаға лайыҡлы ғаиләләр бик күп, — тине республика башлығы Рөстәм Хәмитов. — Бер аҙна элек Рәсәй Президенты Балтас районынан Хәйҙәршиндар ғаиләһенә «Ата-әсәләр даны» орденын тапшырҙы. Улар менән тағы бер ҡат осрашып был награда менән ҡотлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, республика исеменән «Газель» микроавтобусын тапшырасаҡбыҙ. Республиканың бындай кеүек күп ғаиләләре менән ғорурлана алыуы бик яҡшы. Яңы миҙалды булдырыу идеяһын тағы бер ҡат хуплаһым килә. Бындай ҡарар ҡабул итеүҙә шикләнеүселәр юҡтыр тип уйлайым.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың әйтеүе буйынса, был награда күпләп тапшырылмаясаҡ. Йылына унлаған ғаиләне бүләкләү планлаштырыла, ата-әсәләрҙең береһе 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк аласаҡ. «Ата-әсәләр ҡаһарманлығы» миҙалын Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, 15 майҙа, тапшырасаҡтар.

Закон проекты эшләнеп бөтөп июнь аҙағына Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарына ҡарауға тәҡдим ителәсәк.