6 декабрь, Шишәмбе

11 июнь 2014 йыл, 15:16

Төбәктә пар ерҙәрҙе эшкәртеү 58 процентҡа үтәлгән

автор: Илья Спиридонов

Башҡортостанда пар ерҙәрҙе эшкәртеү 193,5 мең гектарҙа башҡарылған, ул пландан 58 процент тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Тулыһынса был эште Ауырғазы, Бөрйән, Илеш, Мәләүез, Миәкә һәм Стәрлетамаҡ райондары хужалыҡтары тамамлаған. Дүрт районда – Дәүләкән, Ғафури, Шишмә һәм Саҡмағошта план 90 проценттан күберәккә үтәлгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, парҙарҙы эшкәртеү хәҙер сәсеүҙәрҙе ҡарау һәм мал аҙығы әҙерләү менән бер рәттән баҫыу эштәренең мөһим өлөшө булып тора.