2 декабрь, Йома

11 июнь 2014 йыл, 14:43

Өфөлә «Баш ҡала ғорурлығы» йәмәғәт премияһы лауреаттарын бүләкләнеләр

автор: Эльмира Сабирова

«Баш ҡала ғорурлығы» йәмәғәт премияһына 11 кеше лайыҡ булды. Конкурс еңеүселәрен VIII бүләкләү тантанаһы Ҡала мәҙәниәт һарайында уҙҙы, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығынан.

Премия лауреаты исеменә 25 кеше дәғүә итте. Улар Өфө ҡалаһының үҫешенә һәм сәскә атыуына үҙҙәренең эштәре һәм проекттары менән тәьҫир итә.

«Танылыу — таланттарҙы асыу», «Өфө — фәндә, мәҙәниәттә һәм спортта ҙур уңыштар ҡалаһы», «Өфө — эре административ үҙәк» һәм башҡа номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Улар араһында табиптар, уҡытыусылар, яҙыусылар һәм шәхси эшҡыуарҙар бар.