3 декабрь, Шәмбе

11 июнь 2014 йыл, 12:23

Башҡортостанда йәмғиәт белеме һәм химия буйынса БДИ-ны 17,5 меңләп кеше тапшыра

автор: Эльмира Сабирова

Шаршамбы, 11 июндә, төп ағымда һуңғы БДИ-2014-те тапшырыу көнө. Бөгөн Башҡортостандың меңләгән сығарылыш уҡыусыһы йәмғиәт белеме һәм химия буйынса тест яҙа. Ул һайлау буйынса предметтар, уны үҙ йүнәлеше буйынса юғары уҡыу йортона инергә теләгәндәр тапшыра.

Йәмғиәт белеме һәм химия буйынса БДИ-ға бөтәһе 17,5 меңләп кеше ғариза яҙған, уларҙан 13 меңдән ашыуы йәмғиәт белемен (һайлау буйынса иң популяр фән) һәм 4,5 меңе химияны тапшырасаҡ.

БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлеге баш белгес-эксперты Жанна Минекәеваның әйтеүе буйынса, бөгөн 106 имтихандар биреү пункты асыҡ.

Һөҙөмтәләр 21 июндә билдәле буласаҡ.

темалар: бди-2014