11 декабрь, Йәкшәмбе

11 июнь 2014 йыл, 10:44

Праймериз йомғаҡтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» президент һайлауҙарына өс кандидатты билдәләне

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

«Берҙәм Рәсәй»ҙән республика башлығы вазифаһына артабан тәҡдим итеү өсөн праймериз йомғаҡтары буйынса өс кандидат билдәләнде: Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин һәм БР Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙилов. Рөстәм Хәмитов – 129, Рафаэль Мәрҙәншин – 41,Булат Йомаҙилов 39 тауыш йыйҙы.

Праймеризда ҡатнашыу өсөн барлығы алты ғариза ҡабул ителгән: улар БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Николай Самойленконан, БР Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙиловтан, Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы вәкиле Риф Сәхәбетдиновтан, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншиндан, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Наил Ғиззәтуллиндан һәм Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовтан.

Праймериз барышында кандидаттар үҙ программаларын тәҡдим итте. Унан һуң һайлаусылар өстән дә күп булмаған кандидатҡа тауыш бирә алды. Һайлаусылар составы партия ағзалары һәм йәмәғәт ойошмаларынан ойошторолған. Башҡортостан башлығы вазифаһына артабан кандидаттарҙы тәҡдим итеү өсөн кандидатураларҙы билдәләү буйынса тауыш биреүҙә бөтә республиканан урындағы партия бүлексәләренең 69 вәкиле, шулай уҡ, берҙәм рәсәйлеләрҙең йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән, йәмәғәт ойошмаларының 69 ағзаһы ҡатнашты.

Башҡортостан Президенты һайлауына кандидатураларҙы билдәләү буйынса һуңғы ҡарар йәшерен тауыш биреү формаһында 21 июндә «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексә конференцияһында ҡабул ителәсәк.