9 декабрь, Йома

11 июнь 2014 йыл, 11:52

Республика етәксеһе: «Иң мөһиме – ул кешеләрҙең эшкә йәлеп итеүсәнлеге»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәйҙең» республика башлығы вазифаһына артабан кандидаттарҙы тәҡдим итеү өсөн кандидатураларҙы билдәләү буйынса праймеризда ҡатнашты һәм фирҡәселәренең һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең иң күп тауышын йыйҙы.

Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы партия эсендәге тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәтен белдерҙе, улар республиканың артабанғы үҫеше тураһында үҙ тәҡдимдәрен әйтте.

Рөстәм Хәмитов, 70-се йылдарҙа Башҡортостанды етәкләгән, партияның өлкә комитеты секретары Зыя Нуриевтың китабын уҡығандан һуңғы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Ул саҡта ун йыл эсендә республикала 115 предприятие төҙөлә. Зыя Нуриев Салауат Юлаев һәйкәлен ҡуйыусы инициаторҙарының береһе була.

«Беҙ ҙә данлыҡлы кешеләребеҙҙе онотмайбыҙ, бөйөк яҡташтарыбыҙға һәйкәлдәр ҡуйҙыҡ, берәү генә түгел. Ауыл хужалығында, социаль өлкәлә көсөргәнешле эшләйбеҙ», тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Ул саҡта ла, хәҙер ҙә – йәмғиәт, кешеләр эшләй. Бер кешегә генә иҫәп тоторға ярамай, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һис шикһеҙ, лидер, иң тәүҙә әхлаҡи лидер кәрәк. Халыҡтың ышанған кешеһе. Республика етәкселегенең тоғро булыуын аңлау зарур. Иң мөһиме – кешеләрҙе, йәмғиәтте эшкә йәлеп итеү.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты вазифаһында нимә эшләй алғанын билдәләп үтте.

— Нимәлер килеп сыҡты, күп нәмә әле планда. Дөйөм алғанда алға китеш күренә. Сәйәсәттә ғәҙәттәр йомшара башланы. Беҙҙә парламентта бөгөн алты партия эшләй, һуғышмайҙар, әрләшмәйҙәр, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Өс-дүрт йыл эсендә балалар баҡсаһы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендә бик ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә алдыҡ йәғни хәл итеү юлдарын таптыҡ.

Рөстәм Хәмитов машина эшләү, нефть химияһы тармаҡтарындағы ҡаҙаныштар, республиканың бөтә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы комплексында иҡтисади һәм социаль өлкәләге ысын уңыштар тураһында ентекле һөйләне.

— Әгәр һеҙ миңә ышанһағыҙ, икенсе президент срогында нәҡ ошо йүнәлештә эшләргә теләр инем – кешеләрҙе ҡотҡарыу, граждандарыбыҙҙың башланғыстарын хуплау, яңы, ҙур нәмәләр эшләргә теләүселәргә ярҙам итеү, ярҙамға мохтаждарҙы онотмау. Халҡыбыҙ иҫәбенә байырға теләгән, төрлө эре һәм урта компаниялар законһыҙлығынан кешеләрҙе яҡларға тейешбеҙ, — тип фирҡәселәрҙе инандырҙы Рөстәм Хәмитов.

темалар: праймериз