10 декабрь, Шәмбе

11 июнь 2014 йыл, 9:58

Рөстәм Хәмитов медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Олег Яровиков

Рөстәм Хәмитов медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдарына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Республика табиптарын, шәфҡәт туташтарын ҡотлау шишәмбе, 10 июндә, Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙҙы.

— Бөгөн республиканың медицина учреждениеларында 100 меңләп кеше эшләй, шул иҫәптән 17 мең табип. Һәр берегеҙ бөртөклө, алыштырғыһыҙ белгес, һеҙҙең әһәмиәтегеҙ йөҙләгән, меңләгән кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығы менән үлсәнә. Йыш ҡына иң көсөргәнешле шарттарҙа эшләйһегеҙ, кризис шарттарҙа берҙән-бер дөрөҫ юл табаһығыҙ, кешеләргә ҡайғыһын еңеләйтергә тырышаһығыҙ, кәрәкле һүҙҙәр табаһығыҙ. Һеҙҙең яуаплы эшегеҙ юғары компетенция, тулы концентрация һәм рухи йомартлыҡты талап итә. Дауалау һөҙөмтәһе күбеһенсә фармацевтик препараттарҙан, юғары технологик ҡорамалдарҙан ғына түгел, ә кешенең кисерештәрен уртаҡлашыуҙан тора. Эшегеҙ айырыуса дөйөм кешелек һәм дәүләт әһәмиәтенә эйә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, медицина хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотлап.

— Республика һаулыҡ һаҡлау тармағын модернизациялау программаларын дөйөм финанслау күләме өс йыл эсендә 16 миллиард һумдан артҡан. 2018 йылға табиптарҙың эш хаҡы Башҡортостан буйынса ике уртаса эш хаҡы күләмендә тәшкил итергә тейеш, — тип билдәләне республика етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов Өфөлә яңы заманса перинаталь үҙәк төҙөлөшөнөң әһәмиәтен билдәләне. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан миллиард ярым һум, республика ҡаҙнаһынан 500 миллион һум бүленгән. Объектты асыу 2017 йылда планлаштырылған.

— Тармаҡта дәүләт-шәхси уҙаҡташлыҡ уңышлы үҫешә – быйыл сентябрҙә «Әсә һәм бала — Өфө» клиник госпиталь файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Өфөлә яңы ПЭТ-үҙәк барлыҡҡа килде. Республика халҡы өсөн дәүләт гарантиялары программалары сиктәрендә онкология ауырыуҙарын ҡиммәтле диагностикалау һәм дауалау бушлай башҡарыласаҡ. «Ауыл табибы» программаһы ғәмәлгә ашырыла – 900-ләп йәш табип ауыл еренә эшкә килде, — тине Рөстәм Хәмитов.

2011 йылдан алып Өфөлә, невроздарҙы дауалауҙа махсуслашҡан, Республика клиник психотерапия үҙәге эшләй. Әммә белгестәр психотерапевтар һәм медицина психологтары элеккесә етмәй.

Яҡшы, намыҫлы эшләгән медиктарға республика башлығы маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. «БР атҡаҙанған табибы» исемен Башҡортостандың туғыҙ табибы алды, республиканың 10 шәфҡәт туташы һәм фельдшер «БР атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» булды.

Ведомство наградаларын республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә шулай уҡ БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Александр Афанасьев тапшырҙы. «РФ һаулыҡ һаҡлау отличнигы» күкрәккә таға торған билдәләргә алты табип лайыҡ булды. Рәсәй һәм республика Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының Почет грамоталарын тағы ла алты медикка тапшырҙылар.