3 декабрь, Шәмбе

10 июнь 2014 йыл, 17:23

Башҡортостандың һуҡырҙар өсөн китапханаһы «Онотолған һуғыш» интернет-викторина үткәрҙе

автор: Ләйлә Аралбаева

Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы, Беренсе донъя һуғышының 100 йыллығына арналған, балалар өсөн «Онотолған һуғыш» интернет-викторинаға йомғаҡ яһаны.

Китапхананың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, виртуаль викторинала 43 кеше ҡатнашты. 13 йәшлек Рөстәм Ғабдрахманов 17 балл йыйып гран-при яуланы. Беренсе урында – 17 йәшлек Кирилл Домнин, икенселә – уның тиҫтере Айнур Мөхәмәтов, өсөнсөлә – 15 йәшлек Алина Хәйруллина.

Дәртләндерә торған бүләктәр Илмир Шәрифуллин, Элвина Сәхәүетдинова һәм Аня Ереминаға тейҙе.

Бөтә ҡатнашыусыларға ла электрон адрестарына интернет-викторинала әүҙем ҡатнашҡандары өсөн почет грамоталары ебәреләсәк, почта элемтәһе менән бүләкте ебәреү өсөн еңеүселәр бүләкте  барып алыусының фамилияһы менән үҙенең почта адресын хәбәр итергә йәки Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса урынлашҡан Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһынан барып алырға кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 273-29-54. Электрон почта: zambrbs@ufamts.ru; mbrbs@ufamts.ru.