6 декабрь, Шишәмбе

10 июнь 2014 йыл, 16:56

Өфөлә Interfest-2014 франшиздар фестивале үтә

автор: Илья Спиридонов

10 июндә Өфөнөң «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында Interfest-2014 Халыҡ-ара франшиздар һәм бизнес-бәйләнештәр фестивале асылды. Унда 15-тән ашыу франчайзинг бренды тәҡдим ителгән. Улар араһында – FORWARD спорт кейеме, аяҡ кейеме һәм аксессуарҙар магазин селтәре, «Пышка» компаниялар төркөмө, «ТМК» инструменттар магазины селтәре, «Модная Овечка» ысын йөн, етен, мамыҡтан әйберҙәр һатыу буйынса магазиндар, Choupette балалар өсөн кейемдәр һәм аксессуарҙар магазиндары, «Унция» сәй селтәре, «Кладовая здоровья» ортопедия салондары, Glance дизайнерҙар кейеме салоны, «Аркаим-Финанс» маркетинг агентлығы.

Сараны ойоштороусы – «Градиент» инвестиция агентлығы менән берлектә БР Эш буйынса хеҙмәттәшлек итеү ассоциацияһы. Фестиваль Башҡортостан буйынса Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы патронаты аҫтында үтә.

Фестивалдең маҡсатлы аудиторияһы – бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре. Сараға Өфөнән, Алматынан, Мәскәүҙән, Екатеринбургтан, Түбәнге Новгородтан, Ҡазандан, Түбәнге Каманан, Яр Саллынан, Стәрлетамаҡтан, Салауаттан, Нефтекаманан 500-ләп вәкил ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

Фестиваль сиктәрендә шулай уҡ business connect форматында һөйләшеүҙәр уҙасаҡ. Был осрашыуҙарҙа франчайзинг схемаһы буйынса эштә ҡыҙыҡһынған эшҡыуарҙар бренд етәкселәре менән аралаша һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә аласаҡ.