4 декабрь, Йәкшәмбе

10 июнь 2014 йыл, 15:50

Бөгөнгө көнгә республикала 130 меңдән ашыу бала ял итә һәм һаулыҡтарын нығыта

автор: Эльмира Сабирова

Төрлө ял, сәләмәтләндереү һәм мәшғүллек формалары менән бөгөнгө көнгә Башҡортостанда 130 меңдән ашыу бала һәм үҫмер йәлеп ителгән.

БР Мәғариф министрлығының балаларҙың ялын ойоштороу һәм һаулығын нығытыу, тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге әйҙеүсе белгес-эксперты Вәсилә Ибраһимованың әйтеүе буйынса, уҡыусылар өсөн көндөҙ йөрөй торған 1300-ҙән ашыу үҙәк асылған.

— Бөгөн уларға 90 мең бала йөрөй. Бындай ял итеү төрө менән һәр ғаилә файҙалана ала, сөнки уның өсөн түләргә кәрәкмәй, ә ике йәки өс тапҡыр туҡландырыу республика бюджеты иҫәбенә ойошторола, — тип аңлатты Вәсилә Ибраһимова. — Ата-әсәләргә тик ял итеү программаларына ғына аҡса бүлергә тура киләсәк. Мәктәп лагерында тәҡдим ителгән күңел асыу саралары араһында – театрҙарға, кинотеатрҙарға, музейҙарға, боулингка, паркка барыу. Шулай уҡ төрлө конкурстар, спорт һәм интеллектуаль уйындар ойошторола.

Сменаның дауамлығы – 21 көн.

Шулай уҡ әлеге ваҡытта үҙ ишектәрен ҡала ситендәге 36 лагерь асты. Унда ете меңгә тиклем бала ял итә ала. 15 июнгә тиклем бөтә 95-ен дә асыу планлаштырыла. Йәй эсендә унда 45 мең уҡыусы ял итәсәк.

32 шифаханала өс меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай дауалана. 500 хеҙмәт һәм ял итеү лагерында 15 меңдән ашыу уҡыусы мәшғүл.

Бынан тыш, Өфөнөң VI төр 13-сө махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәп-интернатының 11 уҡыусыһы Ҡырымдың боронғо ынйыһы үҙәгендә – Евпатория ҡалаһында «Фемида» шифахана-курорт дауалау үҙәгендә ял итә һәм сәләмәтлектәрен нығыта.