Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөнөң коляскалағы тенниссылары Рәсәй йыйылмаһы составына Донъя кубогын яуланы

Йәмғиәт

Өфөнөң 13-сө мәктәп-интернаты уҡыусылары Илдус Шәйхисламов һәм Артур Сәйетгәрәев, Голландияның Альфен ҡалаһында уҙған, коляскала теннис буйынса командалар араһында Донъя кубогында Рәсәйҙең үҫмерҙәр йыйылмаһы составында сығыш яһанылар.

БР Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ярыштар һөҙөмтәһе буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы беренсе урын яуланы һәм Кубокка эйә булды.

Яуланған еңеүҙә төп ауырлыҡ Илдус Шәйхисламовҡа төшә. Илдус беренсе яңғыҙ уйындарҙа һәм АҠШ командаһы менән ярым финал матчында һәм Испания командаһы менән финал матчында еңә. Өсөнсө хәл иткес парлашып уйнаған уйында ул Артур Сәйетгәрәев менән шулай уҡ еңеү яулай.

Рәсәй йыйылмаһы составында Донъя кубогында тағы ла 13-сө мәктәп-интернаттың элекке тәрбиәләнеүсеһе Динара Сабитова ҡатнаша. Ул хәҙер Мәскәүҙә йәшәй. Динара үҫмерҙәр араһында Голандияла халыҡ-ара турнирҙа көмөш призер була, ул – Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡыр призеры һәм Өфөнөң «Беҙҙең заман геройы» телефестивале премияһы лауреаты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть