Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандың өс университеты Рәсәйҙә йыл һайын уҙғарылып килгән вуздар рейтингында үҙ күрһәткестәрен яҡшыртты

Йәмғиәт

Өфө дәүләт нефть техник, Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация университеттары, «Эксперт РА» рейтингтар агентлығы төҙөгән, йыл һайын уҙғарылып килгән Рәсәйҙең йөҙ университеты рейтингында үҙ күрһәткестәрен яҡшыртҡан. Өфө дәүләт нефть техник университеты хәҙер 47-се урынды (2013 йылда 52-се урында) биләй, Башҡорт дәүләт университеты – 88-се урында (106-сы), ә Өфө дәүләт авиация университеты – 89-сыла (90-сы).

Рейтингты әҙерләгәндә статистика күрһәткестәре ҡулланылған, 7,5 мең респондент – эш биреүселәр, академия һәм ғилми даирә вәкилдәре, студенттар һәм юғары уҡыу йортон тамамлаусылар араһында һорау алыу уҙғарылған.

Өсөнсө йыл рәттән рейтинг еңеүсеһе – М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты. Шулай уҡ Мәскәү дәүләт университеты ғилми-тикшеренеү әүҙемлеге кимәле буйынса элеккесә беренсе булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть