6 декабрь, Шишәмбе

10 июнь 2014 йыл, 12:13

Республикала иң яҡшы ташсыны һайланылар

автор: Эльмира Сабирова

Нефтекама профилле колледжынан Дмитрий Әхмәтгәрәев «Дөйөм төҙөлөш эштәре оҫтаһы (ташсы)» һөнәре буйынса уҡыусылар араһында республика профессиональ оҫталыҡ олимпиадаһында беренсе урын яуланы. Икенсе урында Бөрө профилле колледжынан Дмитрий Сайсанов, өсөнсөлә – Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө һөнәрселек лицейынан Валерий Федоров.

Нефтекамала уҙған, профессионал оҫталыҡ ярышында Өфө, Бөрө, Кушнаренка, Нефтекама, Мишкә, Саҡмағош, Шишмә профессионал белем биреү учреждениеһынан 13 вәкил ҡатнашты.

Республика балалар (үҫмерҙәр) техника ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, жюри ағзалары өсөн башҡарған эштең сифаты һәм күләме, техник хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү һәм теорияны белеү төп критерийҙар булып торҙо.

Теоретик өлөшө профессиональ цикл предметтары буйынса уҙғарылды һәм материалды өйрәнеү, таш эштәре технологиялары һәм хеҙмәт һағы буйынса тестарҙан торҙо. Практик өлөшөндә ярышта ҡатнашыусылар кирбестән эске стеналарҙы һалдылар.

Жюри ағзалары бөтә ҡатнашыусыларҙың да юғары профессионал кимәлен билдәләне.

Еңеүселәрҙән тыш, төрлө номинацияларҙа иң яҡшылар баһаланды. Еңеүселәргә һәм призерҙарға БР Мәғариф министрлығының грамоталарын һәм ҡиммәтле бүләктәр бирҙеләр. Шулай Мәғариф министрлығы грамоталарын уҡытыусыларына, мастерҙарға: Нефтекама профилле колледжынан Руслан Мирғәзиевҡа, Бөрө профилле колледжынан Рәүил Мөхәмәтовҡа һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө һөнәрселек лицейынан Наталья Ляпаеваға тапшырҙылар.