Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

2013 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың иң һөҙөмтәле ведомствоһы тип БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты танылды

Сәйәсәт

БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты Башҡортостандың иң һөҙөмтәле ведомствоһы тип танылды. 2013 йыл йомғаҡтары буйынса республика башҡарма власть органдарының эш һөҙөмтәлелеген баһалау тураһындағы докладты («Башинформ» агентлығы ҡарамағында бар) БР Территориаль үҫеш буйынса агентлығы әҙерләне.

Алдынғы биш ведомство исемлегенә шулай уҡ Мәҙәниәт министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Мәғлүмәти технологиялар буйынса агентлыҡ инде. Рейтингтың түбәнге өлөшөндә Туризм буйынса агентлыҡ (22-се урын), Тарифтар буйынса дәүләт комитеты (21-се) һәм БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты (20-се) урынлашты.

Докладта әйтелеүенсә, өс төркөм күрһәткестәре анализы нигеҙендә ведомстволарҙы дәрәжәгә бүлгәндәр. Тармаҡ индикаторҙарының төркөмө республика Президентының «Республика башҡарма власть органдарының эш һөҙөмтәлелеген баһалау тураһындағы»ғы Указы менән раҫланған. Функциональ күрһәткестәр квартал һайын саралар планын үтәү һөҙөмтәләре буйынса иҫәпләнгән. Баһалау күрһәткестәре власть органдары эшмәкәрлеге тураһында йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү һөҙөмтәләре буйынса билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть