9 декабрь, Йома

10 июнь 2014 йыл, 9:30

Мәләүез механизаторы ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында дүртенсе урын яуланы

автор: Илья Спиридонов

Мәләүез районының «Һуҡайлы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы механизаторы Илдар Ишекәев, 2-7 июндә Суздалдә үткән, ер һөрөү буйынса III асыҡ Рәсәй чемпионатында ҡатнашып дүртенсе урын яуланы, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Тупраҡ эшкәртеүҙә оҫталыҡ буйынса конкурста Рәсәйҙең 40 төбәгенән иң яҡшы механизаторҙар ҡатнашты. Бынан тыш, сара программаһына заманса ауыл хужалығы техникаһын күрһәтеү, тоҡомло малдарҙың күргәҙмәһе, шулай уҡ ватандың эре машина эшләү предприятиелары, Рәсәй Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһы һәм «Росагролизинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселәре ҡатнашлығында конференция һәм кәңәшмә инде.