3 декабрь, Шәмбе

09 июнь 2014 йыл, 17:51

Төбәктә һөт етештереүселәр 2014 йылда 426 миллион һум субсидия аласаҡ

автор: Илья Спиридонов

2014 йылда Башҡортостанда һөт етештереүселәр 426 миллион һум субсидия аласаҡ, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. 326 миллион һум федераль бюджеттан, 100 миллион һум республика бюджетынан бүленәсәк. Субсидиялар йыл дауамында етештерелгән һәм һатылған һөт өсөн түләнә.

Шуның менән бергә Башҡортостандың күп кенә һөт эшкәртеүсе предприятиеларҙың һатыу хаҡы уҙған йыл менән сағыштырмаса артҡан һәм бер килограмм өсөн 13,5-16 һум (2013 йылда бер килограмға 10-14 һум) кимәлендә билдәләнгән. Стерилләнгән һөттөң килограмы уртаса 48,19-шәр һумға, пастеризацияланған – 35,87-шәр һумға, аҡ май – 304,8-шәр һумға, ҡаты сырҙар – 325,10-шар һумға һатыла.