6 декабрь, Шишәмбе

09 июнь 2014 йыл, 16:08

«Китап» нәшриәте Рәсәйҙә иң яҡшы классик художество әҙәбиәте баҫмаһы тип танылды

автор: Ләйлә Аралбаева | фото: Олег Яровиков

Мәскәүҙә Рәсәйҙең заманса тарихы музейында «Йылдың иң яҡшы китаптары» XXIII бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Конкурс йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы классик художество әҙәбиәте баҫмаһы» номинацияһында «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы баҫмаһы еңеүсе булды. Китап 2013 йылда башҡорт, рус, инглиз һәм француз телдәрендә баҫылған. Бынан тыш, «Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы китап» номинацияһында Рәсәй Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһының дипломы менән Зәйнәб Биишеваның «Һөнәрсе менән өйрәнсек» китабы баҫмаһы билдәләнде.

— «Йылдың иң яҡшы китабы» — ул Рәсәйҙең профессионал китап нәшер итеүселәрҙең төп конкурсы. Беҙ беренсе тапҡыр ике диплом алдыҡ, ул беҙ сығарған продукцияның юғары кимәле тураһында һөйләй, — тип билдәләне «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева.

Рәсәй Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһының мәғлүмәттәре буйынса, был миҙгел конкурсында бөтә Рәсәй төбәктәренән 170 нәшриәт, шулай уҡ сил илдәрҙең рус телле нәшриәттәре ҡатнашты. Конкурсҡа 548 баҫма тәҡдим ителде.

Конкурстың маҡсаты – нәшер итеүселәрҙең профессиональ оҫталығын үҫтереү һәм субъекттарҙа нәшер итеү тәжрибәһен таратыу.

Китаптарҙы баһалауға Мәскәү дәүләт матбуғат университеты, Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты, Рәсәй дәүләт китапханаһы, Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы, «Книжное обозрение» аҙналығы эксперттары, шулай уҡ конкурсты ойоштороусы ойошмалар вәкилдәре йәлеп ителде. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә баҫманың йөкмәткеһе һәм әһәмиәте, һүрәттәр кимәле, дизайн үҙенсәлеге иҫәпкә алынды.