9 декабрь, Йома

09 июнь 2014 йыл, 14:47

Башҡортостан һәм Сыуашстан Йәштәр йәмәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: Ләйлә Аралбаева

Башҡортостан һәм Сыуашстан Йәштәр йәмәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының Сыуашстан Республикаһына рәсми сәфәре сиктәрендә уҙҙы.

Башҡортостан делегацияһы Сыуашстан милли конгресында булды, милли музейҙа республиканың тарихы менән танышты, шулай уҡ Сыуашстан Республикаһы йәмәғәт Йәштәр палатаһы вәкилдәре менән түңәрәк өҫтәлдә Волга буйы федераль округында йәштәр парламентаризмын үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

— Беҙҙең сәфәр ваҡиғаларға бик бай булып сыҡты. Сыуашстан милли конгресы вәкилдәре менән таныштыҡ, унда сыуаш халҡының ижади һәм милли-мәҙәни потенциалын күрһәттеләр. Республиканың милли музейында Сыуашстандың бай тарихы тураһында һөйләнеләр. Шулай уҡ, Чебоксарҙа йыл һайын уҙғарылып килгән, «МолГород» йәштәр форумында ҡатнаштыҡ. Форумда түңәрәк өҫтәл үтте, унда хеҙмәттәштәр менән йәштәр парламентаризмының иң мөһим мәсьәләләрен тикшерҙек һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, — тип һөйләне Йәштәр палатаһы рәйесе Таһир Ғиззәтуллин.

— Был республиканың Йәштәр палатаһы өсөн өсөнсө килешеүе. Алдан Татарстан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе йәштәр парламенттары менән төҙөлдө. Ул тәжрибә уртаҡлашырға, уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға һәм закондар сығарыу инициативаларын федераль Йәштәр палатаһы кимәлендә этәрергә мөмкинлек бирә, — тип өҫтәне делегация башлығы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Николай Самойленко.