5 декабрь, Дүшәмбе

09 июнь 2014 йыл, 12:58

Төбәк етәксеһе Туймазы районында һабантуйҙа ҡатнашты

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Динар Кәлимуллин

Рөстәм Хәмитов Туймазы районының Егетәк ауылы янында Өҫән йылғаһы буйында «Һабантуй-2014» халыҡ байрамында ҡатнашты. Республика етәксеһе бер нисә хужалыҡтың тирмәһен, аттар сабышын ҡараны, милли көрәш майҙансығында булды, шулай уҡ һабан байрамын асыуҙа сығыш яһаны.

— Һабантуй – халыҡ байрамы, һабантуй кешеләргә кәрәк – ул тарихи йола. Был йола беҙҙе яҡшыраҡ итә. Эш эш менән, әммә байрамдар ҙа кәрәк. Туймазы районы, Туймазы ҡалаһы – бик ныҡлы административ берәмек, көслө муниципаль район. Районда эшһөйәр кешеләр йәшәй, улар ауыл хужалығында ла, машина эшләүҙә лә, мәҙәниәттә лә, төҙөлөштә лә бөтәһен дә эшләргә белә. Райондың ҡаҙаныштары күп. Осрашып һәр саҡ халыҡтың иҫ киткес эшен билдәләйбеҙ.

Сәнәғәт производствоһы индексы буйынса туймазылар республикала алдынғы урындарҙы биләй – былтырғы күләмгә 115 процент. Был бик яҡшы һөҙөмтә. Иҫегеҙгә төшөрәм, республика 101 процент менән бара.

Һеҙ бик тырыш, ныҡлы, көслө кешеләр тип уйлайым. Беҙҙең республика дөйөм алғанда шулай уҡ үҙ хәрәкәтен юғалтмай: күп кенә сәнәғәт, ауыл хужалығы үҫеше йүнәлештәре буйынса алдынғы урындарҙа торабыҙ. Әлбиттә, хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә бар, улар бик күп. Кешеләрҙең йәшәү сифатын арттырырға кәрәклеген, айырым кешеләр ҡатламдары араһында ҙур өҙөклөк булыуын аңлайбыҙ. Беҙҙе авария хәлендәге йорттарҙы һүтеү, эш хаҡын арттырыу, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәттәрен яҡшыртыу мәсьәләләре борсой.

Беҙ эҙмә-эҙлекле, көн һайын тормош тағы ла яҡшыраҡ булһын тип барабыҙ – был беҙҙең төп бурыс. Бөтә кимәл властың бурысы – кешеләрҙе лайыҡлы тормош менән тәьмин итеү, — тине төбәк башлығы.

Рөстәм Хәмитов барыһын да байрам менән ҡотланы, уларға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләне. Артабан ул предприятиеларҙың һәм төрлө өлкәләрҙең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы.