8 декабрь, Кесе йома

09 июнь 2014 йыл, 12:09

Республика етәксеһе: Газ-мотор яғыулығын файҙаланыу мәҙәниәтен булдырырға кәрәк

автор: Гөлфиә Акулова

Йома, 6 июндә, Түбәнге Новгородта Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы төбәктәрендә мотор яғыулығы сифатында тәбиғи газды файҙаланыуҙы киңәйтеү мәсьәләләре буйынса ултырышта ҡатнашты.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендәге ултырышта шулай уҡ Рәсәйҙең энергетика министры Александр Новак, РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров, РФ транспорт министры Максим Соколов ҡатнашты.

Унда Волга буйы федераль округы төбәктәрендә газ заправкаһы инфраструктураһын үҫтереү, автомобиль һәм автобус паркын, шулай уҡ ауыл хужалығы, коммуналь һәм түбәнәйтелгән газда эшләүсе башҡа махсус техника паркын киңәйтеү перспективалары тикшерелде.

Ултырыш башланыр алдынан унда ҡатнашыусылар газ-мотор яғыулығында эшләүсе техникалар күргәҙмәһе менән танышты.

— Башҡортостан 30 миллион тонналап нефть етештерә. Яғыулыҡтың хаҡы Рәсәй буйынса уртасанан бер ҙә түбән түгел. Шуға күрә беҙ газ-мотор яғыулығына ла ҡарайбыҙ. Республика территорияһы аша йылына йөҙ миллиард куб метр газ үтә. Бөгөнгө көнгә беҙҙә йөҙ миллион «куб» етештерә алырлыҡ 11 автомобиль газ тултырыусы компрессор станцияһы бар, әммә беҙ газ тултырыу компрессор станцияларында булған ни бары 24 миллион кубометрҙы ғына файҙаланабыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан етәксеһе, «Газпром газ-мотор яғыулығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, республиканың быйыл тағы ла ике газ тултырыу станцияһына эйә булыуы тураһында һөйләне. Киләһе йылда – тағы ла икәү. Бөтәһе ун биш буласаҡ.

— Әлеге аҙ ғына автомобилдәр, ни бары 3200-ө тәбиғи газға күсерелгән. Алдағы ике-өс йылда автомобилдәрҙең һанын ике тапҡырға арттырырға тейешбеҙ. Беҙгә газ ҡулланыу мәҙәниәтен булдырырға кәрәк. Кешеләр бындай технологияларға ышанып етмәй, ғәҙәттә уны «хәүефле» яғыулыҡ төрө итеп ҡабул итә. Бындай техника һатып алыу өсөн ставкаларҙы кәметеү яғынан автомобилдәрҙе страховкалау менән дә шөғөлләнергә кәрәк. Әлбиттә, аңлатыу эшен алып барырға. Был транспорттың техник, иҡтисади һәм экологик өҫтөнлөктәре тураһында һөйләргә. Ҡеүәтле пиар-кампания кәрәк, — тип өҫтәне Рөстәм Хәмитов.

Артабан төбәк башлығы заманса технологиялар һәм ҡорамалдар ҡулланыуҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләрендә туҡтаны.

— Газ баллондары ҡорамалдарын урынлаштырыу, махсус техник хеҙмәтләндереү пункттарында техник торошо һәм автомобилдәр менән шөғөлләнгән структураларҙы ҡаты контролдә тотоу мөһим. Техник тикшереү процедуралары, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы рейдтары һәм башҡалар ҡаты булырға тейеш. Шуны әйтәһе килә, беҙ юлдың башында торабыҙ. Үҙ эшмәкәрлегебеҙҙе башлағанда ниндәйҙер хаталар ебәрәбеҙ, әммә дөйөм алғанда был рельстарға баҫтыҡ тиергә була, һәм эш артабан барасаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.