6 декабрь, Шишәмбе

09 июнь 2014 йыл, 11:15

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан журналистарының йәйге фестивалендә ҡатнашты

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

Рөстәм Хәмитов, 6 июндә Ҡырмыҫҡалы районында уҙған, «Журфест – 2014» Башҡортостан журналистарының йәйге фестивалендә булды.

Журналистар һабантуйына республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре йыйылғайны. Республика етәксеһе фестивалдә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм республика һәм муниципаль баҫма мөхәррирҙәре менән тармаҡты үҫтереү перспективаларын тикшерҙе.

Төбәк башлығы бөтә журналистарҙы борсоған мәсьәләләрҙе, атап әйткәндә, киң мәғлүмәт саралары менән идара итеү темаһын ҡуҙғатты.

— Ул модернизациялауҙы, яңынан төҙөүҙе, яңы форматты, алымдарҙы һәм үҙәкләштереүҙе талап итә, — тине Рөстәм Хәмитов. – Әммә мин һеҙҙең тауышығыҙҙы ишетмәнем, һеҙҙең менән ошо темаға һөйләшмәнем, фекерегеҙҙе белмәнем, был планда киләсәгебеҙ ниндәй, ниндәй перспективалар, илдә барған процестар ҡарашынан алыҫлашыу зонаһына эләгәбеҙмә. Миҫал итеп Пермь крайы һәм Силәбе өлкәһен алырға була, унда киң мәғлүмәт саралары шәхси, йәғни яҡын күршеләребеҙгә – Татарстанға күҙ һалайыҡ – унда яңы идара итеү формаһын таптылар. Беҙ тәнҡит зонаһында, беҙҙең контроль структуралар, йәмәғәт структуралар ҡарарҙар ҡабул итеүгә этәрә, шуға ҡарамаҫтан, ашығырға кәрәкмәй, ә бөтәһенә лә яҡшы булһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк тип иҫәпләйем. Тик шул осраҡта ғына үҙгәрештәргә һәм үҙгәртеп ҡороуҙарға бара алабыҙ. Яңылыҡтар үҙенекен итә – беҙ асығыраҡ, хәрәкәтсән була башланыҡ, күберәк үҙ көсөбөҙгә иҫәп тота, дәүләттең тик билдәле бер минимумды ғына тәьмин итә алыуын аңлай башланыҡ. Төшөнөү ауыр, бәхәстәр һәм ҡаршылыҡтар менән килә. Был үҙгәрештәр беҙҙе көслөрәк итә һәм тышҡы мөхиттә барған нәмәләргә яраҡлаштыра.

Рөстәм Хәмитов киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә үҙгәреү процесының әле тамамланмауы тураһында әйтте.

— Һеҙҙе күреп, үҙгәреү, икенсе сифатҡа күсеү, эшләргә белеү һәм бөтәһен дә мул итеү мәсьәләһен хәл итмәгәнебеҙҙе аңлайым, — тине Рөстәм Хәмитов. – Ҡайһы берҙәрегеҙ ниндәйҙер пландар һәм концепциялар, тәҡдимдәр әҙерләү өлөшөндә эшләй башлаясаҡ. Был эште атҡарыу мотлаҡ, барыбер үҙгәрергә кәрәк буласаҡ.

Республика башлығы журналистарға властҡа ҡарата тәнҡиттән ҡурҡмаҫҡа кәңәш итте.

— Һеҙ беҙҙең фекерҙәштәр, һеҙ беҙҙе тәнҡитләйһегеҙ һәм был дөрөҫ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙ эшлекле форматта эшләйбеҙ – ул дөрөҫтө күҙгә ҡарап әйтеүҙе, булған кәмселектәр тураһында һөйләүҙе, намыҫлы эшләүҙе ҡарай. Беҙ тормошобоҙҙо яҡшыраҡ итеүгә ынтылабыҙ, әммә камиллыҡ, әлбиттә, юҡ. Ҡәтғи булыуығыҙҙы, үҙегеҙгә ҡарата власть яғынан тәнҡиттәрҙән ҡурҡмауығыҙҙы, эҙәрләүҙәрҙән хәүефләнмәүегеҙҙе һорайым: мин эшләгән саҡта, мин һеҙҙең яҡта буласаҡмын.