3 декабрь, Шәмбе

09 июнь 2014 йыл, 10:25

Башҡортостан журналистары һөнәри байрамдарын «Журфест» фестивале менән билдәләне

автор: Ләйлә Аралбаева | фото: Евгения Сюткина

Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы эргәһендә «Журфест» Башҡортостан журналистары фестивале үтте. Ул йыл һайын республиканың төрлө райондарында уҙғарыла, быйылғыһы иҫәп буйынса дүртенсе инде. «Журфест» һөнәри байрамға – Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналды.

«Журфест»ҡа республика һәм район гәзит һәм журналдары, радио һәм телевидение, интернет баҫма баш мөхәррирҙәре, журналистары һәм хеҙмәткәрҙәре йыйылды.

«Журфест»ты тантаналы асыуҙа Башҡортостандың журналистар йәмғиәтен Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Альберт Мифтахов, тармаҡ етәкселеге вәкилдәре сәләмләне.

Журналистарға тәбрикләү телмәре менән БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков сығыш яһанылар.

Сара сиктәрендә тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр. Киң мәғлүмәт саралары органдары баш мөхәррирҙәре һәм журналистары БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, Рәсәй Журналистары союзының почет грамоталарын, Ҡырмыҫҡалы районының, сараның төп уҙаҡташы – «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең рәхмәт хаттарын алды. Бер нисә кешегә Артур Дәүләтбәков Рәсәй Журналистар Союзы таныҡлығын тапшырҙы.

Быйылғы «Журфест»тың темаһы Олимпиада булды. Фестивалдең девизы: «Спорт рекордтарынан – ижади еңеүҙәргә!» төрлө баҫмалар редакцияларын – төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ район-ара ижади берекмәләрҙе, «Комсомольская правда», «Йәшлек» һәм «Киске Өфө» гәзиттәрен, «Шоңҡар» һәм «Панорама Башкортостана» журналдарын, «Китап» нәшриәтен, Башҡортостан юлдаш телевидениеһын һәм «Башҡортостан» Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһын, Йәш журналистар мәктәбе вәкилдәрен байрамдың бөтә ярыштарында ла дәррәү командалар менән сығыш яһарға илһамландырҙы.

Фестивалдә Матбуғат клубы ойошторолдо, фекер алышыуҙарҙа журналистар, фестиваль ҡунаҡтары һәм ойоштороусылары ҡатнашты. Майҙансыҡта Ҡырымдың Рәсәй менән ҡушылыуына бәйле яңы сәйәси ысынбарлыҡты, интернет-технологиялар менән үҙ-ара эш алып барыу мәсьәләләрен тикшерҙеләр.

«Журфест» Башҡортостан журналистары фестивалендә республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та булды.

Фестиваль популяр башҡарыусылар ҡатнашлығында концерт һәм «Олимпия ритмдары» дискотекаһы менән тамамланды.

Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы һәм БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Фестивалдең уҙаҡташтары – «Башнефть» компанияһы, «Йәйғор» компаниялар төркөмө, «Имидж-Консультант» компанияһы.