Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы итеп Илдар Ғарифуллин тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Ҡариҙел районы муниципаль район Советы ҡарары менән 2014 йылдың 6 июнендә Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы итеп контракт буйынса Илдар Ғарифуллин тәғәйенләнде.

Илдар Вил улы Ғарифуллин 1963 йылдың 25 мартында Өфөлә тыуған. Юғары белемле – Башҡортостан дәүләт университетын, Урал дәүләт юридик академияһын тамамлаған.

1985-1999 йылдарҙа – Ҡариҙел районындағы Ҡараяр урта мәктәбенең биология һәм химия уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, директоры; 1999-2001 йылдарҙа – Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары; 2001 йылда – «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Бөрө филиалының Ҡариҙел цехы начальнигы; 2001-2010 йылдарҙа – БР Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының кадрҙар, социаль һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары; 2010-2012 йылдарҙа – БР Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – кадрҙар, социаль һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы. 2012 йылдан алып – БР Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре», «2010 йылда иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр» тигән маҡтаулы исемдәргә эйә. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть