3 декабрь, Шәмбе

06 июнь 2014 йыл, 16:58

Йырсы Мәүлетбай Ғәйнетдинов яҡты донъянан китте

автор: Ләйлә Аралбаева

Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте ҙур юғалтыу кисерҙе.

Бөгөн 77-се йәшендә билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт филармонияһы ветераны Мәүлетбай Ғәйнетдинов яҡты донъянан китте.

Мәүлетбай Сөләймән улы Ғәйнетдинов 1938 йылдың 14 майында Ишембай районының Этҡол ауылында тыуған. 1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған, Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы-солист булып эшләп. 1981 йылдан алып – «Йәдкәр» фольклор ансамбле ҡатнашыусыһы. Мәүлетбай Ғәйнетдинов оҙон көй башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ танылыу яулаған. Уның репертуарында – бөйөк шиғри-музыкаль классика өлгөләре: «Буранбай», «Урал», «Сибай», «Бейеш», «Аҡһаҡ ҡола» була.

2008 йылда йырсы «Ел ҡыуыусы» тулы метражлы нәфис фильмда төшә.

Мәрхүм менән хушлашыу 7 июндә 11 сәғәттә Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙасаҡ.

темалар: хәтер, некролог