Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡорт дәүләт педагогия университеты Ҡырым абитуриенттары өсөн бюджет урындар алды

Йәмғиәт

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы федераль бюджет иҫәбенә Ҡырым сығарылыш уҡыусыларын уҡытыуға контроль ҡабул итеү һандарын раҫланы. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, республиканың башҡа юғары уҡыу йорттары кеүек, Мәғариф һәм фән министрлығы өҫтәмә бюджет урындары бүлгән Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары иҫәбенә инде.

— Башҡорт дәүләт педагогия университетына инеүсе Ҡырым абитуриенттары 18 бюджет урынға дәғүә итә ала, уларҙың туғыҙы – бакалавриат программалары буйынса, тағы ла шул тиклеме – магистратура программалары буйынса, — тип аңлатты Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Михайлова.

Башҡа вуздар буйынса контроль һандарҙы ҡабул итеү комиссияларында белергә мөмкин.

Башҡортостан абитуриенттары өсөн бюджет урындар иҫәбе һаҡланасаҡ, тип билдәләнеләр БР Мәғариф министрлығында. Яңы уҡыу йылында Башҡортостанда бюджетҡа 10 317 кеше инә аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть