8 декабрь, Кесе йома

06 июнь 2014 йыл, 15:22

12 июнь Башҡортостандың бөтә почта бүлексәләре өсөн ял көнө буласаҡ

автор: Розалия Вәлиева

12 июнь Рәсәй көнө бөтә класс почта бүлексәләре өсөн ял көнө тип иғлан ителгән, тип хәбәр итә Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Байрам алдынан, 11 июндә, почта элемтәһе бүлексәләренең эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыласаҡ. 13 июндән алып бөтә почта бүлексәләре лә ғәҙәти режимда эшләйәсәк.