6 декабрь, Шишәмбе

06 июнь 2014 йыл, 14:53

Сығарылыш уҡыусылары БДИ һөҙөмтәләре буйынса 11 июнгә тиклем апелляцияға ғариза бирә ала

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан Республикаһының Төбәк мәғлүмәтте эшкәртеү үҙәге хәбәр итеүенсә, география һәм әҙәбиәт буйынса ҡуйылған Берҙәм дәүләт имтихандары балдары менән ризалашмау тураһында апелляцияға ғаризалар Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120 адресы буйынса 122-се бүлмәлә эш ваҡытында йәки электрон почта apellyatsiya@mail.ru аша (тәүлек әйләнәһенә 2014 йылдың 11 июлендә иртәнге туғыҙға тиклем) ҡабул ителә. Ғаризалар 1АП формаһы буйынса ҡабул ителә.

Конфликт комиссияһы ултырышы шаршамбы, 11 июндә, 14 сәғәттән алып 18-гә тиклем БР Мәғарифты үҫтереү институтында (Минһажев урамы,120) уҙасаҡ.

темалар: бди, апелляция